Biography
Lists
Also Viewed
Quick Facts
Intro | Soviet writer and journalist (1911-1974) | |
A.K.A. | Aleksandr Arsentyevich Bakharev | |
A.K.A. | Aleksandr Arsentyevich Bakharev | |
Places | Russia | |
was | Writer Journalist | |
Work field | Journalism Literature | |
Gender |
| |
Birth | 20 July 1911 | |
Death | 13 September 1974Rostov-on-Don (aged 63 years) | |
Politics: | Communist Party Of The Soviet Union |
Biography
Алекса́ндр Арсе́нтьевич Ба́харев (20 июль, 1911 — 13 сентябрь, 1974) — рус совет яҙыусыһы һәм журналисы, «Человек прячет глаза» романының авторы, СССР Яҙыусылар союзының Ростов бүлеге идаралығының рәйесе(1961—1974).
Тормош юлы
Тамбов губернаһының (хәҙер Липецк өлкәһе) Усман өйәҙе Пушкино ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
Уҡыуҙы тамамлағандан һуң, өй китапханасыһы, район, өлкә комсомол комитеттарында секретарь булып эшләй.
1931 йылдан алып — журналист. Тамбов өлкәһенә күсеп килә, бында өлкә йәштәр гәзитен мөхәррирләй.
1939 йылда ВКП(б) сафына инә, артабан Юғары партия мәктәбен тамамлай.
1942 йылда Бахаревты «Правда» гәзитенең Тамбов өлкәһе буйынса хәбәрсеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Артабан ул — ошо уҡ гәзиттең Ростов өлкәһе буйынса хәбәрсеһе.
Очеркистика яҙыуҙың ҙур мәктәбен үткән Бахарев нәфис әҙәбиәт менән булыша башлай һәм 1952 йылда «Большой поток», ә 1962 йылда «Северные гроздья» повестарын баҫтырып сығара.
1956 йылда Бахарев «Советская Россия» гәзитенә шул уҡ Ростов өлкәһе буйынса хәбәрсе булып күсә.
1958 йылда Бахаревты СССР Яҙыусылар союзына ҡабул итәләр, ә 1961 йылда уны СССР Яҙыусылар союзының Ростов өлкә яҙыусылар ойошмаһы идаралығының рәйесе итеп һайлайҙар.
Ул эшсе синыфы тураһындағы әҫәрҙәр яҙа, шул иҫәптән уның «Лично ответствен» (1971) һәм «Тревожная лава» (1973) повестары әҙәбиәттә күренекле урын яулай.
Бахарев әҫәрҙәренең төп темаһы — кешенең Ерҙәге йәшәйеше. Тап ошо темаға уның һуғыштан һуңғы егерме йыл эсендәге совет ауылы тормошо тураһындағы иң билдәле «Человек прячет глаза» романы бағышланған да инде. Романдың беренсе китабы 1966 йылда, икенсеһе — 1968 йылда баҫылып сыға. Уның был әҫәре, 1971 йылда бер тулы роман булып нәшер ителгәс, билдәле совет яҙыусыһы Виталий Закруткиндың иң юғары баһаһына лайыҡ була.
Тормошоноң һуңғы йылдарында «Ураган» романын яҙа, ләкин уны тамамлап өлгөрмәй.
Дондағы Ростовта 1974 йылдың 13 сентябрендә вафат була. Дондағы Ростовтың Төньяҡ зыяратында ерләнә.
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- «Маҡтау билдәһе» ордены ({1}1976{/1})
- миҙалдар
Иҫтәлек
Дондағы Ростовтың яҙыусы йәшәгән һәм эшләгән йортонда уның иҫтәлегенә арнап таҡтаташ ҡуйылған.
Әҙәбиәт
- Ҡалып:Книга:Писатели Советского Дона 1966
- Ҡалып:Книга:Писатели Дона 1976
- Ҡалып:Книга:Писатели Дона 1986
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ҡалып:Книга:Писатели Дона 1986
Һылтанмалар
- Биографияһы «Ростов-на-Дону. 1950-е» сайтында