Akhmet Yakupov

The basics

Quick Facts

PlacesRussia
wasSoldier Warrior
Work fieldMilitary
Birth1901, Imendyashevo, Imendyashevsky selsoviet, Gafuriysky District, Russia
Death28 February 1945Gorzów Wielkopolski, Lubusz Voivodeship, Poland (aged 44 years)
Awards
Order of the Patriotic War 2nd class 
Medal "For Courage" 
The details

Biography

Яҡупов Әхмәт Ширәй улы (рус. Якупов Ахмед Ширеевич (Ширсевич, Шарнеевич)) ((1901 ― 28.2.1945) — 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты (башҡа мәғлүмәттәр буйынса гвардия старшинаһы.

Биографияһы

Яҡупов Әхмәт Ширәй улы 1901 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ғафури районы Имәндәш ауылында тыуа. «Салауат» колхозында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылда Красноусол военкомыты хәрби хеҙмәткә саҡыра. Һуғыш йылдарында 7-се кавалерия корпусының 16 гвардия кавалерия дивизияһының 58 гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә.

«Аттарҙы яҡшы тәрбиәләй, уның ҡарамағындағы аттар һәр ваҡыт туҡ, хәрби хәрәкәттәр барышында хәрби составты аҙыҡ-түлек менән ваҡытында тәьмин итеп торҙо» тиелгән яугирҙың хәрби наградаға тәҡдим ителгән рәсми хатта.

Яҡупов Әхмәт Ширәй улы яраларғандан һуң 1945 йылдың 28 февралендә вафат була. Германияның Ландсберг-на-Варте ҡалаһында (хәҙерге Польшаның Гожув-Велькопольски ҡалаһында) ерләнгән.

Наградалары

  • 2-се дәрәдә Ватан һуғышы ордены (1944)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1944)

Иҫкәрмәләр

The contents of this page are sourced from Wikipedia article on 18 Oct 2023. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.