Akhmadulla Gabbasov
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шаймуратовсы, ҡыҙылармеец, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры
Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы (1902 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры.
Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы 1902 йылда Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районында тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына Көйөргәҙе районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында пулемет эскадроны пулемет тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә. Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн 1942 йылдың 15 декабрендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә (1942 йылдың 15 декабрендәге 292-се һанлы подразделение приказы). Хәрби ҡаһарманлыҡ күрһәткән көндәре: 1942 йылдың 21-24 ноябре. Наградлау ҡағыҙында уның ҡаһарманлығы тураһында ошондай юлдар бар:
Пулемет эскадроны пулемет тоҫҡаусыһы Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы 1942 йылдың 21-24 ноябрендәге һуғыштарҙа үҙенең пулемет уты менән бер нисә тапҡыр һөжүмгә күскән дошман пехотаһын ҡыуып ебәрҙе, шул ваҡытта дошмандың егерменән артыҡ һалдатын һәм офицерын юҡ итте. |